«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туймазы районында йәш егет социаль селтәрҙәрҙә алдаҡсылар тоҙағына эләкте



11.09.2019 Туймазы районында йәш егет социаль селтәрҙәрҙә алдаҡсылар тоҙағына эләкте

Туймазы районында йәш егет социаль селтәрҙәрҙә алдаҡсылар тоҙағына эләктеТуймазы районынының полиция хеҙмәткәрҙәренә 22 йәшлек егет үҙен алдауҙары хаҡында ғариза яҙған. Унан киң билдәле бәйләнештәр селтәрендә алдаҡ юл менән аҡса һыҡҡандар. Социаль селтәрҙә класташ ҡыҙы булып хат яҙалар һәм аҡсалата ярҙам күрһәтеүен һорайҙар. Танышына ярҙам итергә ашыҡҡан егет 20 мең һум аҡсаһын уйлап та тормай күсерә.

Һуңынан иһә хәл асыҡлана. Баҡтиһәң, ҡыҙҙың бәйләнештәр селтәрендәге сәхифәһенә хакерҙар һөжүм итә һәм уның дуҫтарынан финанс ярҙам һорай.

Әле был факт буйынса тикшереү эше бара. Ғәйепләнеүселәр табылһа, уларҙы Рәсәй федерацияһы Енәйәт кодексының 159 статьяһының 2-се бүлеге буйынса хөкөм итеү көтә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға