«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һеҙ кемдәрҙе тәҡдим итер инегеҙ?



11.09.2019 Ә һеҙ кемдәрҙе тәҡдим итер инегеҙ?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары буйынса совет булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
« Был йүнәлештә республикаға ярҙам итә алырлыҡ кешеләрҙе табыу өсөн , һеҙҙең ҡарашҡа кемдәр хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлегендә үҙҙәренең эшен һөҙөмтәле итеп күрһәткән, шуларҙың исемдәрен күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Был советта « власть өсөн уңайлы булмағандар» ҙа буласаҡ», - тип яҙған республика етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәге аккаунтында. 17 сентябрҙә ойошманың тәүге ултырышы үтә. Билдәле булыуынса , был советҡа Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат Зөлфиә Ғайсинаны саҡырғайны.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға