«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кишерҙе ҡышҡа нисек һаҡларға?



11.09.2019 Кишерҙе ҡышҡа нисек һаҡларға?

Кишерҙе һаҡлау ысулдары бик күп. Һәр кем, мөмкинлегенән сығып, был йәшелсәне ҡышҡа әҙерләп ҡалдыра. Уны элекке ысул буйынса йәшниктәргә тултырып, ҡом менән күмеүселәр ҙә бар.
Ҡырғыстан ҡырып, туңдырғысҡа ҡуябыҙ, тип әйткәндәрен дә ишетәбеҙ.
Ә беҙ һеҙгә тағы бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ.
Ҡышҡа әҙерләгән кишерҙе яҡшылап йыуып, төптәрен ҡырҡып, сепрәккә һалып киптерәһең.
Аҙаҡ целлофан тоҡсайҙарға һалып, һауа инмәҫлек итеп баштарын бәйләйһең. Был тоҡсайҙарҙы ҡағыҙ йәшниктәргә тултырып, баҙға ҡуяһың. Әйтелгән кәңәште теүәл үтәһәгеҙ, ҡыш буйы яңы ҡаҙып алған кеүек кетерләп кенә торған кишер ашарһығыҙ.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға