10.09.2019 Рәсәйҙең 18 еңел атлетына рөхсәт бирелмәне
Халык-ара еңел атлетика ассоциацияһының федерацияһы Рәсәйҙең 18 спортсыһына ярышта ҡатнашыу өсөн нейтрал статус биреүҙән баш тартты.
Улар араһында билдәле еңел атлеттар Анна Чичерова (бейеклеккә һикереү), Елена Лашманова (спорт атлауы), Антонина Кривошапка (400 метрға йүгереү), Екатерина Конева (оҙонлоҡҡа һикереү), Анна Авдеева (йәҙрәне алыҫлыҡҡа ырғытыу), Александра Гуляева (800 һәм 1500 метрға йүгереү) һәм башҡалар бар.
Әлеге ваҡытта халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға беҙҙән 128 спортсы рөхсәт алған. 58 атлетҡа ризалыҡ бирелмәгән.