«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Себер программисы һаңғырауҙарҙың телен уҡыусы программа булдырған



10.09.2019 Себер программисы һаңғырауҙарҙың телен уҡыусы программа булдырған

Был программа ҡолағы насар ишеткән йәки бөтөнләй һаңғырау ҡалған кешеләргә аралашыуҙы күпкә еңеләйтәсәк. Ул шулай уҡ ым-ишара хәрәкәттәрен автоматик рәүештә "уҡыу"һәм компьютер менән "сысҡанһыҙ"эшләү мөмкинлегенә лә эйә.

Яңы техник ҡаҙаныштың төп бурысы - тәржемә итеү. Программа кеше мейеһе кеүек эшләй: теге йәки был картинканы таный һәм ым-ишара хәрәкәттәрен теркәп, һүрәттәрҙе моделгә тәржемә итеп, махсус система ярҙамында уларҙың нейрон селтәрендәге мәғлүмәттәр менән
тап килеү-килмәүен сағыштырғандан һуң, компьютер ым-ишараға тура килгән "тәржемәне" мониторға сығара. Бынан тыш, система компьютер менән дә идара итә ала:ым-ишара ярҙамында экрандың яҡтылығын, тауышын көйләргә, курсорҙы "сысҡанһыҙ" ҙа ҡулланырға була.

--Техника ярҙамында ым-ишараны ике төрлө ысул--маркерһыҙ һәм маркерлау юлы менән танырға була. Маркерлы системала кешенең ҡул суғына, ҡушҡар һөйәктәренә уның тәнендәге мускулдарҙың һәм нөктәләрҙең хәрәкәтен "уҡыусы" махсус бирсәткәләр, приборҙар кейҙерелә. Мин иһә ҙур сығымдар талап итмәгән ҡатмарлы юлды һайланым. Уйлап тапҡан программам маркерһыҙ ысул менән, йәғни камералар ярҙамында ғына кешене һәм уның хәрәкәттәре таный ала, - ти программаны булдырыусы Алексей Приходько.

Бөгөн илебеҙҙә төрлө сәбәп арҡаһында һаңғырау булып ҡалған кешеләрҙең байтаҡ булыуын иҫәпкә алғанда, Себер программисының хеҙмәт емешенә һорау ҙур буласаҡ.





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға