10.09.2019 Әпсен-төпсөн боҙом китһен...
Салауат ҡалаһында йәшәүсе 82 йәшлек әбей полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙен талауҙары хаҡында әйтә.
5 сентябрҙә әбей баҙарға сыға. Һатыу нөктәһе тирәһендә бер ҡатын менән һөйләшеп китә. Бер аҙҙан уларға тағы бер ҡатын килеп ҡушыла.
Һөйләшеү барышында улар әбейҙә боҙом барлығын әйтә. Уны бөтөрөү өсөн махсус ритуал башҡарырға кәрәк икәнендә еткерәләр. Сихырҙан ҡотолорға теләгән оло кеше шунда уҡ өйҙә 9 мең һум, банкта 127 мең һум аҡсаһы барлығы хаҡында әйтә. Әбейҙең аҡсаһын алған ҡатындар, иртәгә ҡайтарасаҡбыҙ, тип вәғәҙәләй. Тик шуның менән юҡҡға сығалар. Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү дауам итә.