«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Итте, йомортҡаны ниңә йыуырға ярамай?



10.09.2019 Итте, йомортҡаны ниңә йыуырға ярамай?

Ҡапҡа һалынған ҡош итен, йомортҡаларҙы һәм бәшмәктәрҙе ҡулланыр алдынан йыуырға ярамай икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Әгәр был аҙыҡтарҙы йыуһаң, сир барлыҡҡа килтереүсе бактерияларҙың таралыуына килтерәсәк, тип иҫкәртә"Роскачество", АҠШ-тың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Төньяҡ Каролина штаты университеты үткәргән тикшеренеүҙәргә һылтанып.

Бөтәбеҙ ҙә яратҡан йомортҡаны бөтөнләй йыуырға ярамай.Сөнки уның күҙәнәкле ҡабығы аша эсенә һыу менән бергә бактерияларҙың да эләгеүе бар.

Ә бәшмәктәр йыуған саҡта һыуҙы күп һеңдерә, шунлыҡтан тиҙерәк боҙоласаҡ.

Иткә килгәндә, уны йыуғанда патогенлы бактериялар юҡҡа сыҡмай, һыу тамсылары менән бергә бөтә кухняға таралып, таҙа һауыт-һабаға, аҙыҡ-түлеккә эләгеп, һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал, ти белгестәр.





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға