10.09.2019 Ир ҡатынды айыуға ташлап ҡасҡан
Югра Ханты-Мансы автономиялы округы – Юграла ир менән ҡатындың юлына айыу осрай.
Был хәл 6 сентябрҙә Нягань – Талинка автотрассаһынан 1 км алыҫлыҡта була. Ир нисек тә ҡасып китә, ә 55 йәшлек ҡатын йыртҡыс менән бер үҙе тороп ҡала. Ярай ирҙең ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға башы етә. Оҙаҡламай улар ваҡиға урынына килеп етә һәм ҡатындың имен-аман булыуын күрә. Хатта медицина ярҙамы ла талап ителмәй.