10.09.2019 Ырҙын табаҡтарына 2 миллион тоннанан ашыу уңыш оҙатылған!
Ял көндәрендә республика ауыл хужалығы эшсәндәре тик ятмаған. Улар көнө-төнө эшләп, игендең тулайым йыйымын ике мең тоннанан арттырған.
Шулай итеп, 9 сентябргә ҡарата Башҡортостанда иген һәм иген-борсаҡ культураларының 64 проценты майҙанынан уңыш йыйылған, 2,1 млн т иген һуғылған. Төбәк буйынса уңыш гектарға уртаса 19,8 центнер тәшкил итә.
Иң ҙур уңыш көньяҡ урман-дала зонаһында - бында 11 районда уртаса алғанда бер әйләнештә 26 центнер ашлыҡ сыға. Ә бына Урал аръяғында быйыл уңыш түбән, гектарына 9 центнер тирәһе генә.