«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тултырылған борос



10.09.2019 Тултырылған борос

Уны әҙерләү өсөн 1 кг кишер, 1 кг һуған (әҙерәк булһа ла ярай), 150 г көнбағыш майы, 750 г помидор йәиһә 1 стакан соус, тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос һәм шуларҙың барыһын тултырырлыҡ татлы борос алына.


Һуған менән кишерҙе ваҡлап турап өҫтөнә соус ҡойорға, май, борос ҡушып 5 – 7 минут быҡтырырға. Әгәр ҙә соус урынына помидор һалаһығыҙ икән, тәүҙә уны ҡабығынан әрсеп, ит турағыс аша үткәрергә кәрәк.
Килеп сыҡҡан массаны таҙартылған боростарға тултырып, кәстрүлгә һалып, ҡалған һутын өҫтөнә ҡойоп, 10 минут бешерергә. Артабан эҫе килеш банкаларға һалып ябырға.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға