10.09.2019 Атеросклероз. Нимә ул?
Дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәт итеү, стресс – быларҙың барыһы ла атеросклерозға килтереүе мөмкин.
Ул – артерияларҙы зарарлаусы хроник сир. Йәғни ҡан тамырының стенкаһына холестерин йыйыла, һөҙөмтәлә атеросклероз төйөрсәһе барлыҡҡа килә. Ул зыян күргән тамыр буйлап ҡан ағышын әкренәйтә, был иһә ҡан тамырының тарайыуына тиң һәм ҡан баҫымы, йөрәк тибеше менән проблемалар башлана. Сөнки мейегә ҡан насар бара, йөрәк көсөргәнешле эшләй. Атеросклероз хроник ауырыуға әйләнә һәм йыш ҡына эшкә яраҡһыҙлыҡ сәбәбе булып тора. Ваҡытынан алда үлемгә лә килтереүе мөмкин. Был ауырыу 40 – 45 йәшлек кешеләрҙә күберәк күҙәтелә һәм ир-егеттәрҙә 3–4 тапҡырға йышыраҡ осрай.