09.09.2019 Бала ҡазаланмаһын тиһәгеҙ...
Бала-сағаның йәрәхәтләнеү һәм ағыуланыу осраҡтарын еңел иҫкәртергә мөмкин. Бының өсөн өйҙә хәүефһеҙ мөхит тыуҙырырға һәм ата-әсәләргә бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә кәрәк. Аңлашыла, бала бағыу ауыр һөнәр, атай һәм әсәй эштән арып ҡайта, тормошта телевизор, телефон кеүек иғтибарҙы ситкә илткән әйберҙәр күп - шулай ҙа сабыйҙың хәүефһеҙлеге быларҙан күпкә өҫтөн.
Файҙалы ғәҙәттәр:
Ата-әсә йүргәк алмаштырған мәлдә баланы өҫтәлдә ҡалдырып китмәй.
Ата-әсә баланы һыулы ваннала, таста, кәритәлә ултыртып бер үҙен ҡалдырмай.
Ата-әсә баланы ҡулына тотоп, йәки ул кухняла йөрөп ятҡанда/шыуышҡанында ашарға бешермәй.
Ата-әсә иң ышаныслы тип һаналған эт-бесәй янында баланы бер үҙен ҡалдырмай.
Ата-әсә баланы бер үҙен ҡалдырып, өй йыйыштырыу кеүек эште башҡармай.
Аксиомалар:
Нығытылмаған әйбер, мебель мотлаҡ ауасаҡ/ауҙарыласаҡ.
Бер метрҙан кәм кәштәләге әйбер мотлаҡ ашаласаҡ.
Ҡулда телефон тотһағыҙ - бала ҡарауһыҙ тигән һүҙ.
"Ул бер ҡасан да улай итмәй" тигән ҡағиҙә эшләмәй: бәләкәй балалар көн дә үҙгәрә.
Шуны иҫләргә кәрәк: өйҙө бер тапҡырҙан ғына хәүефһеҙ итеп булмай. Бала үҫә, яңы һөнәрҙәре арта. Тәүҙә ул ятҡан мәлдә уңға-һулға тәгәрәргә өйрәнә, аҙаҡ шыуыша, унан һуң атлап китә - быларҙың барыһы ла хәүеф менән янай.