«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡолаҡ һал!



15.09.2019 Ҡолаҡ һал!

- Борщ, кәбеҫтә ашы, рассольникты һүрән утта ғына бешерегеҙ. Көслө утта йәшел­сәнең хуш еҫе парға әйләнә.

- Йәшелсәле аш тағы ла тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, уға бер аҙ ғына һөт, ҡаймаҡ, һөт өҫтө йәки ойоған һөт һалырға мөмкин.

- Тоҙҙо һыу ҡайнап сыҡҡас һалығыҙ. Киреһенсә эшләгәндә, һыу тиҙ ҡайнамай.

- Иҙелгән һарымһаҡты аш бешкәс кенә һалырға кәрәк.

- Томат-пюре әскелтем булһын тиһәгеҙ, уға әҙ генә лимон һуты йәки һеркә һалырға була.

- Балыҡ еҫен һеркә йәки лимон бөтөрә. Ҡулды ҡәһүә бөртөктәре менән ышҡыу ҙа балыҡ еҫенән арындыра.

- Әгәр ҙә термоста насар еҫ барлыҡҡа килһә, 1 – 2 ҡалаҡ дөгө ярмаһы һәм һыу һалып, сайҡатығыҙ. Һуңынан ҡайнар һыу менән сайҡағыҙ.

- Ҡулланып бөтмәгән һуған ҡалһа, май менән һылап, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ – ул сифатын юғалтмаясаҡ.

- Банкалағы томат пастаһын асҡас, уның ҡапҡасына әҙ генә горчица һөртөп йәки өҫтөнә ваҡ тоҙ менән май һылап, күгә­реүҙән һаҡларға була.

- Һулыған йәшелсәне башта йылымыс, һуңынан һалҡын һыуға һалып «терелтергә» була.

- Картуф бешергәндә ярыл­маһын өсөн һыуға 1-2 тамсы аш һеркәһе һалығыҙ.

- Ҡаты итте кеүәҫ, әсегән һөт, ҡыяр, кәбеҫтә һутында тот­һағыҙ, ул йомшарасаҡ.

- Һөттә дөгө, тары, һоло ярмаһы бешерергә уйлаһағыҙ, тәүҙә һыуҙа бүрттереп алығыҙ.

- Балыҡты 1-2 көн дауамында һыуытҡысһыҙ ҙа һаҡларға була. Таҙартҡас, тоҙ менән эсен-тышын ышҡығыҙ.

- Йәшелсәне ҡапҡасы асыҡ кәстрүлдә бешергәндә вита­миндарының 20 проценты юҡҡа сыға. Томалап бешергәндә һаҡлана.

- Салаттар эшләгәндә татлы боростоң орлоҡтарын таш­ламағыҙ. Йыйып киптерегеҙ. Ҡышҡыһын уны төрлө ризыҡҡа ҡушырға мөмкин.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға