«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Юлдаш»та – яңы миҙгел



11.09.2019 «Юлдаш»та – яңы миҙгел

Йәйге ялдар тамам. «Беҙ бергә» тигән саҡырыуға тоғролоҡ һаҡлап, «Юлдаш»тар тап ошо мәлдә яңы миҙгелде аса. Әлбиттә, тапшырыуҙарҙың төп йүнәлеше үҙгәреш кисермәне. Йәғни канал элеккесә мәғлүмәт һәм йыр-моң радиоһы булып ҡала. Шулай ҙа күҙгә һәм ҡолаҡҡа салынған яңылыҡтар бар. Эфирҙы, ғәҙәттәгесә, өс сәғәтлек күңел асыу программаһы башлай. Быйылдан ул «Теге өсәү» тип атала. Төп маҡсаты – юлдаштарыбыҙҙы яңы көнгә, яҡшы кәйефкә көйләү.

Тыңлаусыларыбыҙ яңы миҙ­гелдә лә ҡыҙыҡлы уйын­дарҙа ҡатнашып, бүләктәр ота ала. Уларҙы «Телтаныр», «Тәржемәсе Әлисә», «Иләк аша» исемле яңы уйындар көтә. Ҡайһы бер рубрикалар төшөп ҡалһа, «Шағир һүҙе», «Былар ҡыҙыҡлы», «Яңы әҫәр тыңлайбыҙ» кеүек яңылары барлыҡҡа килде. «Сәләмәт булайыҡ» «Атайсал», «Йәшәү йәме», «Көтмәгәндә-уйла­мағанда», «Иман» кеүек үҙ урындарын ышаныслы тотҡан тапшырыуҙарҙы быйыл да тыңлап барырһығыҙ. Күп­тәрҙең радионы ил, донъя хәлдәре тураһында хәбәрҙар булыу өсөн тыңлауы сер түгел.

Беҙҙең эфирҙа яңылыҡтар һәр сәғәт башында яңғырай. Көндөҙгө икенсе ун минутта – төшкө ял, йәнле аралашыу ваҡыты. Эш көндәрендә тың­лаусыларыбыҙҙы «Өфө һөй­ләй», шәмбе-йәкшәмбелә «Ял итәйек бергәләп» тапшы­рыуҙарында көтәбеҙ.

«Асыҡ студия» програм­маһы, һәр саҡтағыса, көнүҙәк иж­тимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләргә бәй­ле һөйләшеүгә ҡорола. Ул эш көндәрендә киске сәғәт 7-се 15 минутта тура эфирҙа бара.

«Сәхнәгә арналған ғүмер», «Атайым тураһында һөй­ләгеҙ», «Яҙмыштарҙа – ил тарихы», йәмғиәттәге киҫкен проблемаларҙы күтәргән «Мах­сус репортаж» ды айына бер тапҡыр шаршамбыла тың­ларға мөмкин. Шишәмбе, кесе йома һәм шәмбелә йыр премьералары тәҡдим ителә. Бына шулай, тыңлау­сы­ла­рыбыҙ менән бергәләп, фай­ҙалы мәғлүмәттәр, ҡы­ҙыҡлы осрашыуҙар, уйындар һәм уйланыуҙар, моңло йыр­ҙар менән эфир тулҡын­дарында юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Барыр юлыбыҙ хә­йерле булһын, бергә булһын, тип теләйбеҙ.





Автор: Л. Ямалетдинова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға