09.09.2019 « Шоколадлы йоморсаҡтар» зыянлымы?
Балалар өсөн ҡоро ашамлыҡтарҙы (шоколадные шарики, звездочки, колечки) һәр беребеҙ балаһына кибеттән һатып ала. Кетерҙәп кенә торған татлы ризыҡты һөттә саҡ ҡына ебетеп ебәрәһәң, «һә» тигәнсә ашап та ҡуя улар.
Роскачество, 18 популяр бренд һаналған ошо ҡоро ризыҡтың сифатын тикшергән. Уларҙың икеһе генә хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән. Биш брендта бөйөрҙәрҙе зарарлаған охратоксин А 2 токсины табылған.Берәүһендә сахароза саманан тыш артыҡ күп булған.
Шуныһы яҡшы : береһендә лә консерванттар, буяуҙар, ГМО булыуы асыҡланмаған.Әлеге ҡоро ашамлыҡта үҫеүсе организм өсөн кәрәкле витаминдар һәм минераль матдәләр күп.