«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Картуфты нисек һаҡларға?



09.09.2019 Картуфты нисек һаҡларға?

Быйыл картуф уңған, әммә тиҙ боҙола. Уны ултырта, ҡаҙып ала ғына түгел, ҡышҡылыҡҡа һайлап алып, һаҡлай белергә лә кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн картуфты йәрминкәлә алырға уйлаһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ.

Һуң өлгөрә торған сорттарҙы һайлау отошло булыр – улар яҡшыраҡ һаҡлана.

Картуфтың һарырағын һайлау хәйерле. Ул алһыу төҫлө картуфҡа ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡлана. Аҡ картуфтың ҡабығы асыҡ төҫтә була.

Картуфтың таҙа һәм ҡоро булыуы ла мөһим. Балсыҡлы картуф алмағыҙ. Әгәр ул йеүеш һәм тупраҡлы булһа, насар һаҡланасаҡ. Картуфҡа ҡояш нурҙары төшөп йәшелләнһә лә насар. Бындайы ла һаҡлау өсөн бармай.

Картуфты ярып ҡарағыҙ. Эсендә серегән урындары, ҡара таптары булмаһын.

Картуфты тартмаларға һалып һаҡлағыҙ. Иҙәндән 15-20 см бейеклектә булырға тейеш. Стена буйына ҡуймағыҙ. Урын елләтелә торған булһын.

Картуф араһына 2-3 алма һалығыҙ. Алма һалһаң, картуф үрмәҫ.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға