«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәләмәт тормошто үҙ итеп



10.09.2019 Сәләмәт тормошто үҙ итеп

Сәлим ДӘМИНДАРОВ,
педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре хәбәр итә:


Әбйәлил районы Әбйәлил ауылының хаҡлы ялдағы ир-егеттәре әүҙем тормош яҡлы. Әлеге фотоһүрәттә – уның бер төркөм иң шәп «егеттәре». Уларҙың барыһы ла урындағы профессиональ училищела (ПУ–93) эшләп, хәҙер педагогик хеҙмәт ветерандары. Күптәре районда, республикала уҙғарылған төрлө ярышта ҡатнаша. ГТО нормативтарын тапшырып, миҙал алғандары ла бар.

Йәйге матур көндәрҙә, эштәре күп булыуға ҡарамаҫтан, велосипедта ла йөрөргә ваҡыт табалар, көнөнә 5–6 саҡрым ара үтәләр. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тик ятмай. Улар көн һайын 2–3 саҡрым араға скандинав таяҡтары менән йөрөй. Ауылдаштарыбыҙҙың спортҡа ыңғай ҡарашын былтыр «Сәләмәт ауыл» конкурсында яуланған еңеү ҙә дәлилләй. Артабан да уларға, спортты үҙ итеп, әүҙем, оҙон ғүмер теләйем.





Автор: С. Дәминдәров
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға