09.09.2019 Киҙеүгә ҡаршы вакцинация башланды
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһенән һуң республиканың һаулыҡ һаҡлау министр вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин журналистарға белдереүенсә, 4 сентябрҙә грипҡа ҡаршы вакцина яһау башланған.
Министр үҙенә лә укол яһатҡан. Һәм башҡаларға ла шуны тәҡдим итә. Федераль ҡаҙна сығымдары менән килтерелгән вакцина яҡшы. Уны ҡаҙатҡандан һуң кире реакциялар булмай. Республика халҡының 45 процентын вакцинациялау ниәте бар.
Иң тәү сиратта, әлбиттә, балаларҙы гриптан һаҡлау саралары күрелергә тейеш. Ололар ҙа бушлай вакциналар менән тәьмин ителә. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләүселәр ҙә тәү сиратта вакцина ҡаҙатһа, яҡшы. Ни тиһәң дә, улар кеше менән күп эшләй.
Бушлай эшләттереү исемлегендә булмаһағыҙ ҙа, һаҡланыу - үҙегеҙҙең эш.