«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Борщты кем нисек әҙерләй?



09.09.2019 Борщты кем нисек әҙерләй?

Ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләүсе хужабикәләр араһында борщ әҙерләү рецебы ла киң таралған. Уны һәр кем үҙенсә әҙерләй. Түбәндә бер рецепт тәҡдим итмәксебеҙ. Уның өсөн 3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы һеркә алына.

Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып, турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға. Ҡышҡыһын иһә һурпаға картуф, кәбеҫтә һалып бешереп, әҙер борщты ҡушырға ғына ҡала.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға