«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тултырылған ҡабаҡ!!!



09.09.2019 Тултырылған ҡабаҡ!!!



Тултырылған ҡабаҡ!
Көҙөн йәшелсә күп, ҡайҙа итергә белеп булмай. Ҡабаҡ, ташҡабаҡ, помидор, кәбеҫтә… Әйҙә, күңелең теләгән ризыҡты бешер! Әйҙәгеҙ ҡабаҡтан тиҙ генә әҙерләнә торған аш-һыу менән танышайыҡ.
Кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 баш һуған, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он, 1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
Әҙерләү:
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
Эслек әҙерләнгәнсе ҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ.
Ҡабаҡтан килеп сыҡҡан "һауыт"тарға эслек тултырабыҙ.
Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
Тултырылған ҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Мейескә 180—200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Сайттан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға