«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн сауаптарға өлгәшә торған көн



09.09.2019 Бөгөн сауаптарға өлгәшә торған көн


Ғәшүрә көнө, Ғәшүрә байрамы − мосолман донъяһындғы иң изге көндәрҙең береһе. Ул мөхәррәм айының 9-сы көнө тамамланғас башлана. Быйыл 9 сентябргә тура килә.
Был көндө Аллаһы Тәғәлә Ерҙе һәм күкте юҡтан бар иткән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә Ғәшүрәлә яралтҡан. Изге байрамда бәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе бәләләрҙән ҡотолдорола. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡан.
Ғәшүрә − сауаптарға өлгәшә торған көн. Был көндө Аллаһы Тәғәләнең бәндәләргә рәхмәте киң асыла. Туҙан бөртөгө тиклем генә ҡылған изгелегебеҙгә лә Раббыбыҙ тау ҡәҙәре сауабын бирә, килер бәләрҙән һаҡлай. Ошо көндө күңелдәребеҙҙе фәҡәт изгелеккә йүнәлтеп, кешеләргә, бүтән тереклеккә изгелек, итәғәтлек, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек ҡылыуға көсөбөҙҙө, зиһенебеҙҙе, мөмкинлегебеҙҙе йүнәлтергә бурыслыбыҙ.
Ғәшүрә көнөндә балаларына, ҡатынына киң күңеллелек күрһәткән, уларға яңы кейем, йә бүтән берәй бүләк биргән, яҡшы, затлы ризыҡ ашатҡан , байрам рухын булдырған кешегә Аллаһы Тәғәлә киләһе йылдың Ғәшүрә көнөнә тиклем ризыҡ киңлеге, донъя бәрәкәте, тормош муллығы насип итә. Бындай бәрәкәтте Раббыбыҙ ул кешенең хәләл ефетенә һәм балаларына ла бирә.
Рамаҙандағы фарыз ураҙаһынан ҡала иң сауаплыһы – мөхәррәм айында Ғәшүрә көнөндә тап килтереп тотҡан ураҙа. Был айҙа тотҡан бер көн ураҙаға Хоҙай ун мең фәрештәгә тейешле сауапты, ун мең кешенең хаж ҡылыу сауабын бирер.
Ғәшүрә көнөндә кеше берәй етемдең күңелен күрһә һәм уны шатландырһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең йөҙөн тамуҡ утына хәрәм ҡыла. Был көндө туҙан ауырлығы ҡәҙәрлеге генә саҙаҡа бирһәгеҙ, Хоҙай тау ҡәҙәре сауап бирер, бәләләрҙән һаҡлар.
Шуға ла был изге байрамдың әһәмиәтен аңлап, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын. Сауапҡа өлгәшеү өсөн Ғәшүрәне доғалар уҡып үткәрергә, изгелектәр ҡылырға ашығайыҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға