«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәһен көнләшеп, өс йәшлек малайын үлтергән



08.09.2019 Әсәһен көнләшеп, өс йәшлек малайын үлтергән


Ҡаҙағстанда яңғыҙ әсә менән дуҫлашып йөрөгән ир уның өс йәшлек малайын урлаған һәм үлтергән. Был ҡот осҡос хәл Ҡарағанда өлкәһенең Бурма ауылында була. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 23 йәшлек ҡатынға ғашиҡ булған ир был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә лә туҡтауһыҙ яҙған, үҙенең яратыуын белдереп, ғаилә ҡорорға тәҡдим иткән. Әммә йәш ҡатын ризалығын бирмәгән. 5 сентябрҙә ҡатын аҙыҡ-түлек артынан магазинға киткән, ә ир ҡулынан малайын тартып алып, “Барыбер минеке буласаҡһың!” – тип ҡысҡырған һәм юҡҡа сыҡҡан. Полицейскийҙар һәм волонтерҙар баланы ике тәүлеккә яҡын эҙләй. Ике көн тигәндә кискеһен ауыл ситендә сабыйҙың имәнес хәлгә килтерелгән үле кәүҙәһен табалар.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: РЕН ТВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға