«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Беренсе Республика" фильмы халыҡ-ара фестивалдә еңеү яуланы



08.09.2019 "Беренсе Республика" фильмы халыҡ-ара фестивалдә еңеү яуланы


“Беренсе Республика” фильмы Мәскәүҙә SKEY-CINEMA халыҡ-ара фестивалендә еңеүгә өлгәште. Жюри ағзалары бер тауыштан уны “Иң яҡшы тулы метражлы фильм” (режиссеры Булат Йосопов, продюсеры Леонид Филинов) тип баһаланы. “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе дипломына Һәҙиә Дәүләтшина ролен уйнағаны өсөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина лайыҡ булды.
Яҙғыһын “Беренсе Республика” фильмы Мәскәүҙә FESTPRO халыҡ-ара фестивалендә “Иң яҡшы сценарий” (Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова) һәм “Иң яҡшы рәссам эше” (Рөстәм Баймөхәмәтов) номинацияларында еңеүсе тип билдәләнгәйне.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға