«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәүге күрһәткестәр тураһында - БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе



08.09.2019 Тәүге күрһәткестәр тураһында - БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

БР Үҙәк һайлау комиссияһында рәйес Илона Макаренконың брифингы үтте. Уның белдереүенсә, һайлауҙа 11 партия вәкилдәре ҡатнаша. Тауыш биреү башланғандан һуң (сәғәт 7-лә асылды) бер сәғәттә 64566 кеше һайлаған. Сәғәт 10.00-гә электораттың 10,13 проценты тауыш биргән.

Тағы ла һандарға туҡталғанда, бөгөн 100 йәштән өлкән 277 кеше һайлауҙа ҡатнаша. Уларҙың өйөнә, моғайын, һайлау комиссияһы вәкилдәре килер.

37 993 замандашыбыҙ тәүгә тауыш биреү хоҡуғына эйә булды. Йәғни, уларға 18 йәш тулған. Әйткәндәй, беренсегә һайлаусыларға бүләктәр ҙә ҡаралған.

Был көндө Үҙәк һайлау комиссияһының "Ҡыҙыу линия"һы ла эшләй. 10.45 сәғәткә унда 67 шылтыратыу булған.

Һәр ваҡыттағыса райондар халҡы әүҙемерәк һайлай. Иртәнге 10-ға уларҙың 12,48 проценты үҙ тауышын биргән.


Дөйөм алғанда, әле һайлау тыныс шарттарҙа бара.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға