«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Иж" мотоциклдарына - 90 йыл!



08.09.2019 "Иж" мотоциклдарына - 90 йыл!


Беҙҙең быуын кешеләренең күптәре “Иж” мотоциклдарын яҡшы белә. Совет осоронда өй һайын тиерлек булды ул. Кемдә – “Иж-Планета”, кемдә – “Иж-Юпитер”. 5–7 сентябрҙә Удмурт Республикаһында ошо мотоциклдарҙың 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндәр. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған форумға Карснодар крайы, Белгород өлкәһе, Ҡаҙан, Һамар, Киров ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән мотоһөйөүселәр йыйылған.
Сарала әлеге көндәргә тиклем һаҡланған уникаль ретро-мотоциклдарҙың күргәҙмәһе менән танышыу мөмкинлеге була. Мотоцикл хужалары өсөн иң ҡыҙығы, әлбиттә, ошо күргәҙмә. Улар араһында дүрт номинация буйынса конкурс та ойошторолған: “Ретро”, “ГОСТ”, “Самоделкин”, йәғни үҙ ҡулдарың менән йыйған мотоциклдар һәм “Эксперт”.
Конкурстың фавориты 1948 йылда етештерелгән “Иж – 350” мотоциклы булғандыр. Был раритетты Өфөнән 71 йәшлек Максим Федоров үҙ ҡулдары менән ҡорған. Был уның күптәнге хыялы була. “Бындай мотоциклды бик оҙаҡ эҙләнем. Пенза ҡалаһында донор табылғас, кәрәкле материалдарын төрлө ерҙән туплап, тулыһынса “тергеҙҙем”,– ти ул.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: udmurt.media


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға