«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҫмерҙәр ҙә машина йөрөтә башлармы?



07.09.2019 Үҫмерҙәр ҙә машина йөрөтә башлармы?


Эске эштәр министрлығы бәлиғ булмаған үҫмерҙәргә руль артына ултырырға рөхсәт итергә уйлай. Ведомство “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль законға төҙәтмәләр әҙерләй. Ул водитель таныҡлығына имтиханды уңышлы тапшырған осраҡта, 18 йәше тулмаған егет һәм ҡыҙҙарға, яндарында тәжрибәле водитель булғанда, машина йөрөтөргә рөхсәт итеүҙе күҙаллай. Был тәҡдим “В” категорияһына ҡараған транспорт сараларына ғына ҡағыла. Шарттарын Министрҙар Кабинетына билдәләргә тәҡдим ителә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға