«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәлек капиталын -баланы уҡытыуға



06.09.2019 Әсәлек капиталын -баланы уҡытыуға



Әсәлек капиталын балаларына белем биреүгә йүнәлтеүсе ғаиләләр һаны арта. Башҡортостанда 12 мең ғаилә Әсәлек капиталын балаларын уҡытыуға тотонған. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып, был маҡсатҡа бөтәһе 703 млн һумдан ашыу аҡса күсерелгән.
Ғаиләләрҙең Әсәлек капиталы ярҙамында белем алыу процесының бөтә этаптарын да түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Шул иҫәптән, балаларҙы балалар баҡсаһына йөрөтөү, мәктәп программаһы буйынса түләүле хеҙмәттәр менән файҙаланыу, урта һәм юғары белем биреү йорттарында түләп уҡытыу һәм шулай уҡ студенттарға дөйөм ятаҡ өсөн түләү.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлегенән аңлатыуҙарынса, Әсәлек капиталын теге йәки был баланың уҡыуы өсөн түләүгә икенсе йә унан һуң тыуған балаларға өс йәш тулғас ҡына тотонорға мөмкин. Мәктәпкәсә йәштәге белемгә генә ҡағылмай ул. Был осраҡта Әсәлек капиталын тотоноу өсөн балаға өс йәш тулғанын көтөргә кәрәкмәй.
Программа ғәмәлгә индерелгәндән алып, республиканан 313 меңдән ашыу ғаилә Әсәлек капиталына эйә булған. Шуларҙың 213-ө бүленгән аҡсаларҙы тулыһынса тотонған. Башҡортостанда уны иң күбе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланалар. 258 мең ғаилә тап шулай иткән дә. Һөҙөмтәлә төбәктә был маҡсатҡа күсерелгән сумма 95 млрд һумдан артҡан.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға