«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маринадланған помидор



06.09.2019 Маринадланған помидор



Ҡышҡылыҡҡа тоҙланған ҡыяр менән помидорҙы тоҙлау, маринадлауҙың төрлө ысулдарын тәҡдим итәләр. Түбәндә тәҡдим ителгән ысул еңел дә, һыналған да.
Бер литрлыҡ банканың төбөнә петрушка, һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы һалырға һәм дүрт өлөшкә бүленгән помидорҙарҙы тултырырға. Өҫтөнә 2 – 3 түңәрәкләп ҡырҡылған һуған һалғандан һуң маринад ҡойорға һәм ҡапҡастарын ябып нығытырға.
Маринад өсөн: 3 л һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 7 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, түңәрәк ҡара борос, лавр япрағы алына. Шуларҙы ҡайнатып сығарғандан һуң 1 стакан һеркә ҡойоп, маринад һыуынғас, банкалар өҫтөнә ҡойола.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға