«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәшмәк ашап ағыуланғандар



06.09.2019 Бәшмәк ашап ағыуланғандар

Быйыл урманда бәшмәк күп. Ағыулыһын ашарға яраҡлыһынан айыра белмәйһегеҙ икән, уны йыймаһағыҙ ҙа була. Ағыуланыуығыҙ ҙа ихтимал.
Дыуан районында ла 62 йәшлек бер ҡатын 8 йәшлек ейәнсәре менән бәшмәк йыйған һәм унан бәлеш бешергән. Әллә үҙе яңылышҡан, әллә ейәнсәре,ағыулы бәшмәкле ризыҡ ашағандан һуң һуң һигеҙ кеше дауаханаға эләккән. Әле улар реанимацияла ята.
Әйткәндәй, бәшмәктәге токсиндар организмға эләккәс, ҡан буйлап тиҙ тарала һәм бауыр, ашҡаҙан кеүек ағзаларҙы зарарлай.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға