«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йөрәгең ҡушһа...



06.09.2019 Йөрәгең ҡушһа...

Йөрәгең ҡушһа...

Етен орлоғон бутҡаға, салатҡа ҡушып ашарға, ризыҡ әҙерләгәндә, етен майын файҙаланырға тәҡдим ителә. Ул омега-3 һәм омега-6 кислотаһына бай.

Һоло бутҡаһы – бына тигән иртәнге аш. Ул туҡлыҡлы, омега-3 майы кислотаһына, калийға бай. Был матдәләр холестеринды төшерә, ҡан тамырҙарының тонусын арттыра. Эре итеп тарттырылған ярманан бешкән бутҡа бигерәк тә файҙалы, сөнки унда клетчатка күп. Теләгән кеше һоло бутҡаһына банан ҡушып ашай ала.

Көн һайын 1-2 банан ашау нерв системаһын нығыта, йөрәк мускулларындағы калий балансын, йөрәк тибешен яйға һала.

Сөмбаш (семга), сөләйман (лосось) балыҡтары ла омега-3 сығанағы. Аҙнаһына ике-өс көн бындай балыҡ аштары менән һыйланыу файҙалы. Сөләйман балығы инфаркт булыу ҡурҡынысын өс тапҡыр кәметә, хәтерҙе нығыта, тирегә яҡшы тәҫир итә.

Аҙнаһына 4-әр киҫәк балыҡ ашау инфаркт барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын 40 процентҡа кәметә.

Зәйтүн майы холестерин төйөрҙәренә ҡаршы көрәшә. Әлеге майҙы һатып алғанда “Масло первого отжима” тигәнен эҙләгеҙ.

Көн һайын 5 әстерхан сәтләүеге ашап, йөрәк менән ҡан тамырҙарын холестериндан һаҡлап була.

Сәтләүектәрҙән йөрәк өсөн файҙалыһы әстерхан сәтләүеге һәм миндаль һанала. Еләк-емешкә килгәндә, курай еләге, ер еләге ашарға кәрәк. Улар йөрәк аурыуҙарынан, яман шештән һаҡлай.

Ҡурай еләге аспиринды алмаштыра. Ул тромблар хасил булыуҙан, инфаркт, инсульттан һаҡлай. Артериаль ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн көн һайын 7 сәй ҡалағы ҡурай еләге ҡайнатмаһын ашарға кәрәк. Был еләктә йөрәк өсөн файҙалы калий күп.

Көндә 2-3 әфлисун менән туҡланыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын кире факторҙарҙан һаҡлай. Мандарин менән грейпфрут ҡан баҫымын төшөрөргә, холестерин күләмен кәметергә һәләтле.

Шпинатта лютеин, калий, клетчатка күп. Ул йөрәктә тайпылыштар башланыу ҡурҡынысын 25 процентҡа кәметә.

Инфаркт, ҡан тамырларында тромблар хасил булыуҙы киҫәтеү өсөн көн һайын 1 стакан виноград һуты эсәләр.

Йәшел сәй ҙә ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай. Был уңайҙан 1-2 семетем сәйҙе ваҡлап ризыҡҡа ҡушып ашау файҙалы.

Йөрәк эшсәнлеге һүлпәнәйгәндә, лимон ҡабығын сәйнәргә кәрәк.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Сайттан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға