«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты Башҡортостандың ауыл хужалығын үҫтерәсәк



06.09.2019 "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты Башҡортостандың ауыл хужалығын үҫтерәсәк

Беҙҙең республикала "Башҡортостанда аграр сәнәғәт комплексы тауарҙарын экспортлау" төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.

Ул "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты буйынса эшләй. Экспортты үҫтереү, әлбиттә, ауыл хужалығын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Сөнки беҙ - аграр төбәк.

БР вице-премьеры - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов белдереүенсә, беҙ 2024 йылға тиклемдөйөм хаҡы 230 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын ситкә һатыу бурысын алдыҡ. Беҙҙең өсөн был күләм булдыра алырлыҡ эш.

Шуға ирешеү өсөн бер ысул: АПК тауарҙары экспортерҙарына (ғәмәлдәге һәм потенциаль) льготалы кредиттар биреү юлы менән продукция етештереү күләмен арттырыу. Әле шундай килешеүҙәр төҙөлә. Министрлыҡ 27 декабргә тиклем ғаризалар ҡабул итә.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға