«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миләш – файҙалы емеш



05.09.2019 Миләш – файҙалы емеш


Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрә, һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур. Тымау, йүтәлдән дә ярҙам итә.
Был ағастың емештәрендә ашҡаҙан - эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе пектиндар бар. Әммә эс ҡатыуҙан ҡулланырға кәңәш ителмәй. А витамины күләме буйынса ул кишерҙән ҡалышмай. Көн дә бер аш ҡалағы миләште ҡатыҡҡа, йогуртҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета- каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Был әсе емештә нервы системаһы өсөн файҙалы В витамины бар, К витаминына ла бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда ашау тыйыла.
Әселеге бөтһөн өсөн миләште ҡырауҙан һуң йыялар.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға