«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наркотик таратҡанға ете йылға иркенән мәхрүм ителгән



05.09.2019 Наркотик таратҡанға ете йылға иркенән мәхрүм ителгән


Өфөнөң Калинин районы суды Курган өлкәһенән булған 39 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул ҙур күләмдә наркотик матдәләр таратыуҙа ғәйепләнә.
Ғәйепләнеүсе интернеттан килемле эш тураһында иғлан күреп, берәүгә наркокурьер булып йөрөргә ризалаша. Былтыр май айынан сентябргә тиклем Өфөнөң төрлө райондарында был илерткес матдә һалынған пакеттарҙы йәшерен урындарға һалып , таратып йөрөй. Әммә бер көндө шикле ҡатынды полиция хеҙмәткәрҙәре тота. Кеҫәһенән 20 пакет наркотик матдә табалар.
Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уны дөйөм режимлы колонияға ете йылға ебәреү тураһында ҡарар сығара.
Аҡсаға мохтажлығынан үҙенсә килемле эш тапҡан да бит, әммә хаталаныуы арҡаһында яҙмышын селпәрәмә килтергән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға