«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кетчупты өйҙә лә әҙерләп була



05.09.2019 Кетчупты өйҙә лә әҙерләп була



Күптәр теге йәки был ризыҡты тәмләтергә кетчуп ҡулланырға ярата. Магазинда уның ниндәйе генә юҡ. Әммә уны өйҙә лә әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн 2 кг помидор, 0,5 кг һуған, 0,5 кг татлы борос, 1 ст шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы гәрсис, 1 балғалаҡ ҡара йә ҡыҙыл борос кәрәк булыр.
Йәшелсәләрҙең барыһын да ит турағыс аша үткәреп 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан массаға тоҙ, борос, шәкәр ҡомо, гәрсис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға