«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бындай эсемлек менән мауыҡмағыҙ!



05.09.2019 Бындай эсемлек менән мауыҡмағыҙ!

Беҙ үҫкән саҡта нимә эстек? Ауыл балаларынан һорайым. Сәй менән һыуҙы һанамағанда, яратҡан эсемлектәр нимә ине?

Магазиндарҙа 3 литрлы банка менән тәбиғи һуттар була торғайны. Тархун, лимонадтар. Быныһы СССР заманында.

Һуңға табан, түңкәрелешле йылдарҙа, "Yupi" тигән порошок килеп сыҡты. Һыуға бутаптырып эсеп ебәрәһең. Тәмлелеккә тәмле лә, уның һыуһынды ҡандырмауын шундуҡ белдек. Тик гел эске килә ине. Төрлө ҡушымта, тәмләткес, тағы әллә ниндәй химия һалып яһалған был порошок үҙ мәлендә юҡҡа ла сыҡты, шикелле. Хәйер, уның урынына башҡалары килде: Кока-кола, Фанта һ.б.

Улары һаман популяр. Хәҙер татлы эсемлектең ниндәйе генә юҡ! Газлы, татлы, алкоголһеҙ... Нимә тип кенә алдатмайҙар?! Тәбиғи тип һатылған һуттарҙың да яртыһы - һыу.

Европаның бер төркөм ғалимы ун илдән 450 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында ошо эсемлектәргә бәйле тәжрибә-тикшеренеү үткәргән. Кешеләрҙең газлы-татлы эсемлектәрҙе күпме, нисек, ҡасан эсеүе 16 йыл дауамында күҙәтелгән. Шул йылдарҙа үлем осраҡтары ла теркәлгән.

Бөтә һөҙөмтәләрҙе ҡушҡас, шул асыҡланған: газлы һыуҙы көнөнә ике стакан йә унан да күберәк эсеү ҡапыл үлеү хәүефен күтәрә. Шулай уҡ Паркинсон сиренә лә дусар булыу мөмкин.

Әлбиттә, тикшеренеүҙәрҙе тағы дауам иткәндә, бәлки, һөҙөмтәләрҙең башҡасараҡ та булыуы ихтимал. Әммә быныһы ла бик етди.

Шунан уйла инде: әллә ниндәй газлы-татлы һыу эскәнсе, ябай һыу эсеү файҙалыраҡ түгелме?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға