«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ябай халыҡтың зарын ишеттеләр



05.09.2019 Ябай халыҡтың зарын ишеттеләр

Бөрө районында Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер хәҙер түләүһеҙ буласаҡ. Был хаҡта социаль селтәрҙәге үҙенең аккаунтында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.
Ошоға тиклем Ағиҙел аръяғында йәшәгән ауылдар халҡы бер яҡҡа сығып йөрөр өсөн 70 һум түләп йөрөгән. Халыҡтың аһ-зарына ҡолаҡ һалыусы булмаған.
Асыҡлауҙарынса, район балансында торған күпер бер фирмаға тапшырылған. Ул коммерция ойошмаһының етәксеһе Бөрө районы хакимиәтенең элекке башлығының туғаны булып сыҡҡан. 15 йыл буйына күперҙе түләүле эшләп, коммерсанттар ябай халыҡ иҫәбенә кеҫәләрен ҡалынайтҡан да инде.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина.
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға