«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғәйебеңде телең күрһәтә...



04.09.2019 Ғәйебеңде телең күрһәтә...

Беҙҙең яҡтарҙа түгел, ә алыҫта, Мысырҙа, бәҙәүи йәйләүҙәрендә, енәйәтселәрҙе бик үҙенсәлекле эҙләйҙәр.

Уларҙың урта быуаттарҙан уҡ һөҙөмтәле һыналып килгән алымы бар. Бик ҡаты ысул инде.

Бәҙәүиҙәрҙә аяида ҡәбиләһе бар икән. Уларҙың “биша” тигән йолаһы алдаҡсыларҙы бик яҡшы асыҡлай, ти. Ғәйепләнеүсе кеше тикшереүгә үҙе риза булып килеүен шаһиттар алдында әйтә. Был ваҡытта махсус белгес 900 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған ҡалаҡ рәүешендәге тимерҙе әҙерләп тора. Хатта шик аҫтындағы кеше ҡыҙған “ҡалаҡ”ты ялағанда әйтелә торған доғалар ҙа бар. Өс тапҡыр яларға кәрәк, имеш. Шунан бер нисә минут үткәс, ауыҙын сайҡата ла, телен судьяға, шаһиттарға күрһәтә. Әгәр ҙә мәгәр кешенең теле ҡарайһа йә сабыртма сыҡһа йә башҡа яралары булһа, ул – ғәйепле. Язаһы ла ғәйебенә күрә буласаҡ.

Әгәр инде тел зыян күрмәһә, яҡшы, ҡотолдоң. Был ритуал күп кеше араһында, асыҡ итеп үткәрелә.

“Биша” йолаһына йәтеш кенә аңлатма ла бар. Ғәйепле кеше ҡыҙған металды ялар алдынан ныҡ тулҡынлана, ауыҙы кибә, һөҙөмтәлә теле бешә. Ғәйепһеҙ иһә үҙен тыныс тота, артыҡ ҡурҡмай, шуға ла төкөрөгө лә кипмәй һәм бешмәй. Әлбиттә, һәр ваҡыт былай булмайҙыр инде, ҡыҙған тимер эҫелеге кемде лә бешерер.

Бына шундай йола бар ҡайҙалыр алыҫта...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Indozone сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға