04.09.2019 Рәсәйҙең бысраҡ һауалы 22 ҡалаһы араһында Сибай бармы икән?
Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы илдең иң бысраҡ һауалы 22 ҡалаһын асыҡлаған.
Исемлеккә шулар ингән: Абакан, Ангарск, Барнаул, Братск, Зима, Иркутск, Искитим, Красноярск, Кызыл, Лесосибирск, Минусинск, Новокузнецк, Норильск, Петровск-Забайкальский, Свирск, Селегинск, Улан-Удэ, Усолье-Сибирское, Черемхово, Черногорск, Чита, Шелехов.
Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, бында ингән ҡалалар барыһы ла тиерлек Рәсәйҙең Азия өлөшөндә.
Ете ҡалала ҡара, төҫлө, алюмин сәнәғәте предприятиеһы бар. Шулай уҡ етәүһендә машиналар эшләү, химия, нефть эшкәртеү компаниялары урынлашҡан. Тағы биш ҡалала бысраҡ һауа яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары булғанлыҡтан.
Туғыҙ ҡалала урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте, дүртәүһендә күмер һәм тау сәнәғәте, өсәүһендә целлюлоза-ҡағыҙ етештереү предприятиелары бар.
Предприятие булһа ла ҡыйын, булмаһа ла... Атаҡ, Сибай һауаһы, ысынлап та, таҙарҙымы икән ни? 22 ҡала иҫәбендә булмағас, хәл ул ҡәҙәрем насар түгелдер.