04.09.2019 Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
Баҡсала йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә: ҡайната, тоҙлай, салаттар әҙерләй. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Ҡыш көнө хуш еҫле ҡайнатмалар, кетерләп торған тоҙло ҡыярҙар, телде йоторлоҡ салаттар, ысынлап та, ризығыбыҙға тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәй.
Баклажан салаты
1 кг баклажан, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг помидор, 1 кг татлы борос.
Һәр береһен айырым майҙа быҡтырып алғандан һуң барыһын бергә ҡушып, тоҙ һалып 5 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға һалырға.
.