«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡанда шәкәр күпме булырға тейеш?



04.09.2019 Ҡанда шәкәр күпме булырға тейеш?



Ҡандағы глюкоза кимәле тәүлек әйләнәһенә үҙгәреп тора. Сөнки ул туранан-тура ашауға бәйле. Бынан тыш, ҡайҙан ҡан алыныуы ла мөһим әһәмиәткә эйә: бармаҡтанмы, ҡулдың тамырынанмы? Ас ҡарынға бармаҡтан алынғанда ул 3,3 – 5,5 ммоль/л булырға тейеш. 5,5 –6 ммоль/л булһа, уйланырға урын бар: һеҙҙә диабет башланырға тора, тигәнде аңлата. 6,1-ҙән юғарыраҡ булһа, диабет тигән һүҙ.
Иртәнсәк ас ҡарынға венанан алынған ҡандағы глюкоза кимәле юғарыраҡ буласаҡ, шуға күрә 6,1-гә тиклем норма тип һанала. Ә инде 7-нән уҙып китһә, был диабетты күрһәтә. Норманан саҡ ҡына артығыраҡ булһа, өҫтәмә тикшереү үтергә кәңәш ителә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға