«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миллиондарҙы нисек эшләйҙәр?



04.09.2019 Миллиондарҙы нисек эшләйҙәр?

БР буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығы ведомствоның Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы идаралығы менән тимер юл станцияһында төҙөлөш эштәре барышында ҙур күләмдә аҡса үҙләштереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
2017-2018 йылдарҙа яуаплылығы сикләнгән ойошмаларҙың береһе шул уҡ ойошманың элекке етәксеһе менән һөйләшеп, Яңы Уренгой ҡалаһындағы тимер юлында ямғыр , ҡар һыуҙарын ағыҙыусы яйланмалар ҡуйылыуы буйынса фиктив рәүештә документ төҙөйҙәр. 23 миллион һум уларҙың кеҫәһенә инеп ята.
Тикшереү барышында тағы ла шул асыҡлана:2015 йылда төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе төҙөлөш материалдары һатҡан ойошмаға 6 миллион аҡса күсерә. Фиктив һатып алыуҙа аҡсалар уның ҡулына кире ҡайтарыла.
Ялғандың ҡойороғо ҡыҫҡа. Тикшереү барышында анһат ҡына миллионлап килем алыусылар асыҡлана.
Бурҙарға РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға