«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вәт, шулай ҙа була икән! Өфөлә ҡараҡтар сит фатирға инеп ҡунған, һуңынан фатир хужаһының әйберҙәрен урлаған!



04.09.2019 Вәт, шулай ҙа була икән! Өфөлә ҡараҡтар сит фатирға инеп ҡунған, һуңынан фатир хужаһының әйберҙәрен урлаған!



Өфөлә бурҙар сит фатирҙа ҡунған, иртәнге аш әҙерләгән һәм хужаның әйберҙәрен урлаған. Енәйәтселәр ҡулға алынған, уларҙы алты йылға яҡын иркенән мәхрүм итеү янай.
Фатир хужаһы 53 йәшлек ҡатын бер нисә көн өйҙә булмаған, ҡайтҡас 80 мең һумлыҡ ҡиммәтле әйберҙәре юғалыуын асыҡлаған. Был хаҡта ул шунда уҡ ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары элек хөкөм ителгән 23 йәшлек Дәүләкәндә йәшәүсе егетте һәм Әлшәй районында йәшәүсе 31 йәшлек ҡатынды ҡулға алған.
Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске эштәр министырлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡараҡтар фатирға тәҙрә аша ингән, тик фатирҙан тиҙ генә китергә ашыҡмаған. Бынан тыш, улар фатирҙа ҡунған, иртән үҙҙәренә иртәнге аш әҙерләгән һәм хужаның әйберҙәрен урлап сыҡҡан. Урланған әйберҙәрҙе ломбардҡа тапшырып, аҡсаһын тотоноп та өлгөргәндәр.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға