«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй кешеләре оҙағыраҡ йәшәй башлаған



04.09.2019 Рәсәй кешеләре оҙағыраҡ йәшәй башлаған

Ошо көндәрҙә Владивостокта Көнсығыш иҡтисади форумы бара. Унда Президент та ҡатнаша. Ошо сарала РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова журналистарға белдереүенсә, беҙҙең илдә ғүмер оҙонлоғо үҙгәргән.

Үҙгәреш яҡшы яҡҡа: Рәсәй кешеләре оҙағыраҡ йәшәй башлаған.

Министр һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше - 78,8, ир-аттыҡы 68,5 булып киткән. Беҙҙәге ғүмер оҙонлоғоноң артыу тиҙлеге донъя күрһәткестәренән дә шәберәк икән. Бығаса әлеге күрһәткестәр 78,12 һәм 67,13 йәш булған.

Вероника Скворцова, кеше оҙаҡ йәшәһен өсөн, сирҙәрҙе профилактикалау менән шөғөлләнергә кәрәк, тине.

Беләһегеҙ, үҙенең "май указдарында" Президент Владимир Путин 2024 йылға илдәге уртаса ғүмер оҙонлоғон - 78-гә, 2030 йылға 80-гә еткереү бурысын ҡуйҙы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Ю. КӘРИМОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға