03.09.2019 Шартланы бит теге нәмә...
Бөгөн Өфөнөң Матвей Пинский урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә шартлау булған, тигән хәбәр таралды.
Эштең айышына төшөнмәҫтән үк кеше фаразлай, ҡайғыра башланы:
- Уй, газдыр инде...
- Бомба-фәлән түгелдер ҙә?
-Тағы кеше үлдеме икән?
Шундай һорауҙар яуҙы ғына.
Ә яуап ябай булған икән: Черниковкалағы йорттоң өсөнсө ҡатындағы бер фатирҙа ни бары көмөшкә ҡыуыусы аппарат шартлаған. Оҙаҡ эшләүҙән туҙғандыр. Был ваҡиғала тәҙрә һәм бер кеше зыян күргән.
Әлеге хәл тикшерелә. Газ хеҙмәте бүлмәләрҙе ҡарап, “на всякий случай” тип, махсус япҡас ҡуйып киткән.