«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 10 йәшлек ҡыҙ баланы көсләүсе ир суд алдына баҫты



03.09.2019 10 йәшлек ҡыҙ баланы көсләүсе ир суд алдына баҫты

Уға ниндәй ҡарар сығарылыр?

Ошо йылдың июлендә 32 йәшлек был әҙәм аҡтығы баланы, велосипедта йөрөргә өйрәтәм, тип парктан алып киткән дә, аулаҡ урында көсләгән.

Ҡыҙҙың әсәһе белеп ҡалғас, полицияға хәбәр иткән. Ирҙе тиҙ тотҡандар. Ғәйепләнеүсе ҡылыҡтарының бер өлөшөн таныған.

Баҡһаң, был ир бурлыҡ, талау кеүек енәйәттәре өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған.

Ата-әсәләр! Зинһар, балаларығыҙға ят әҙәмдәргә эйәрмәҫкә, ышанмаҫҡа, яңғыҙ йөрөмәҫкә өйрәтегеҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға