03.09.2019 Картуф һайлай беләһегеҙме?
Оҙаҡламай картуф ҡаҙып алыу мәле етә. Бәлки, кемдәрҙер алып та өлгөргәндер. Үҙең үҫтерһәң рәхәт, әлбиттә, ниндәй картуф үҫтергәнеңде беләһең. Кемдәргә һатып алырға тура килә, уларға ҡайҙан, ниндәйен алырға – бер аҙ баш ватырға тура киләсәк. Картуф, картуф инде, тиер, кемдәрҙер. Шулай ҙа уны ла дөрөҫ һайлау мөһим.
Һаҡ булығыҙ: соланин
Иң яҡшыһы – Рәсәйҙә үҫтерелгәнен һәм йыуылмағанын һайларға. Йыуылмаған картуф оҙағыраҡ һаҡлана. Ҙурлығына ла иғтибар итергә онотмағыҙ: артыҡ ҙур булһа, нитраты күп булыуы ихтимал. Уртаса ҙурлыҡтағын һайлаһағыҙ яңылышмаҫһығыҙ.
Картуф яҡтыла оҙағыраҡ ятһа, йәшәрә башлай. Унда соланин алколоиды күп була. Ул, беренсенән, йәшелсәнең тәмен үҙгәртә, икенсенән, үҙенә күрә ағыу булып тора. Соланин ашҡаҙанға эләккәс, ашҡаҙан-эсәк трактының лайлалы ҡатламын елһендерә. Ҡанға үтеп инеп, тәүҙә үҙәк нервы системаһын ҡуҙғыта, һуңынан баҫа, ҡандың эритроциттарын емерә. Бындай картуф кеше өсөн генә түгел, йорт хайуандары өсөн дә зыянлы.
Әйткәндәй, соланин башҡа йәшелсәләрҙә лә була, атап әйткәндә, ныҡ бешкән баклажандың ҡабығында. Шунлыҡтан уны бешерер алдынан яҡшы итеп йыуырға кәрәк.