03.09.2019 4 миллион һум аҡса отҡан
Башҡортостандан бәхетле ир лотореяға 4 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. Уның исеме лә билдәле – Вячеслав Миронов. Йылылыҡ электр станцияһында энергетик булып эшләй. Эштән буш ваҡытында балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Миронов әйтеүенсә, лоторея билеттарын күптән һатып ала, әммә шундай ҙур отош алырына бер ҡасан да өмөтләнмәгән.
— Бер билет һатып алдым да үҙ эштәрем менән булдым. Лоторея уйнатылғандан һуң СМС-хәбәр килде. «Столото»-ның сайтындағы шәхси кабинетыма инеп ҡараһам, миллиондарымды күреп, үҙем ышанмай торҙом. Бына, исмаһам, уңыш! – тип һөйөнә көтмәгәндә миллионерға әүерелгән ир.
Лоторея уйынында отоусының торлағы ла, машинаһы ла, баҡсаһы ла бар. Шунлыҡтан, отошон күптән шәхси торлаҡ тураһында хыялланыусы ҡыҙы менән ейәндәренә бирергә хәл иткән.