«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫерек атаһы йоҡлап ятҡан улына атҡан



03.09.2019 Иҫерек атаһы йоҡлап ятҡан улына атҡан

Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе ир тиҙҙән төрмәгә китәсәк.


Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йәйгеһен Бәләбәй районында йәшәүсе 69 йәшлек ир менән уның 44 йәшлек улы араһында бәхәс ҡупҡан. Улы атаһын араҡыны ныҡ яратыуы өсөн битәрләгән. Етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫырға торған әҙәм балаһының һүҙҙәренән уйға ҡалаһы урынға, таңғы сәғәт 5-тә тороп, йоҡлап ятҡан улын уятып, пистолет менән башына атҡан. Зыян күреүсе, үҙенә тоҫҡалған ҡоралды күреп, атаһының ҡулына һуғып өлгөргән. Шулай булһа ла, пуля уның маңлайына тейгән. Тауышҡа килеп сыҡҡан хужабикә иренең ҡулынан пистолетын тартып алып йәшергән һәм "Тиҙ ярҙам"ды саҡырған. Табиптар ирҙе ҡотҡара алған. Тик уның һаулығына яҡын кешеһе етди зыян килтергән.





Автор: Ә. ХЫЗЫРОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға