02.09.2019 Блондинкалар ысынлап та шәп һөйәркәме?
Ғалимдар көн дә ниндәй ҙә булһа асыш яһап, шаҡ ҡатырып ҡына тора. Британия белгестәре, тикшеренеүҙәр үткәреп... иң яҡшы һөйәркәләрҙең кемдәр икәнен асыҡланған. Ноттингем университеты ғалимдары, түшәктә блондинкаларға етеүсе юҡ, тигән һығымта яһаған.
Улар фекеренсә, тыумыштан һары сәслеләр һәр саҡ ир-аттың иғтибары үҙәгендә булыуға өйрәнеп китә, шунлыҡтан түшәктә лә үҙҙәрен әүҙем тота икән.
Бәғзеләрҙә, ә яһалма блондинкалар нисек, тигән һорау тыуыр. Баҡтиһәң, сәсен һары төҫкә буятҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа түшәктә һынатмай.