«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Торатау" ҡыҫтыбургерын тәмләп ҡаранығыҙмы?



02.09.2019 "Торатау" ҡыҫтыбургерын тәмләп ҡаранығыҙмы?

Үткән ял көндәрендә Өфөлә ризыҡ фестивале уҙҙы.


Икенсе йыл ойошторолған сарала 56 ресторан бер майҙанға йыйылды. Барлыҡ аш-һыу асыҡ һауала әҙерләнде, ошонда уҡ тәмләп ҡаралды. Оҫталыҡ дәрестәре, төрлө тәмле приздар, кавер-төркөмдәр сығышы - рәсми сығанаҡтарға күҙ һалғанда, был сараға 50 мең кеше ҡушылған. Башҡа ҡалалар менән сағыштырып ҡарағанда, Өфөләге “Есть” фестиваленең кимәле бары тик Мәскәүҙән генә ҡалыша.

“Ҡыҫтыбургерная” тигән тигән ерҙә “Торатау”, “Йөрәктау”, “Ҡуштау” тигән ҡыҫтыбургерҙар ни бары 200 һумға һатылған икән. Был фотоға ҡарап кемдә ниндәй фекер тыуа?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға